top of page
Әбйәлил районы Таһир Күсимов исемендәге Асҡар ауылы гимназияһы уҡытыусыһы (http://abroo06.ucoz.net)
Ҡәҙерле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр!!!
Туған телде, әҙәбиәтте һәм йыр-моңдо яратыусы, яҡлаусы һәм һаҡлаусы милләттәштәр!!!
Минең яңы булдырған сайтыма РӘХИМ ИТЕГЕҘ!!!
Үҙемдең эш тәжрибәм, уҡыу-уҡытыу материалдарым, дәрес өлгөләрем, яңы технологияларым, план-хыялдарым, хатта яҙған мәҡәләләрем, шиғыр-хикәйәләрем менән уртаҡлашырға теләйем!!!
Р.Ныязғолов. Иҫке Урал
    Үҙем тураһында
i (3).jpg

Мин, Истамғәлин Илгиз Наил улы, Әбйәлил районының Буранғол ауылында, 1986 йылдың 8 мартында тыуғанмын. Ошо ауылда беренсе класҡа уҡырға барҙым.Ә бына урта мәктәпте Баймаҡ районының Кәрешкә урта мәктәбендә алдым. Мәктәп йылдарында иң яратҡан дәрестәрем башҡорт теле һәм әҙәбиәте булды. Инша, изложение яҙыу, ижади эш, әҫәрҙе анализлау, яҙыусылар менән танышыу, уларҙың китаптарын уҡыу, пьесалар сәхнәләштереү бик ҡыҙыҡлы була торғайны. Шул сәбәптән һәм бала сағымдан өләсәй һәм олатай "мәктәбен" яҡшы үткәнгәлер, тип уйлайым, үҙ туған телемде балаларға өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйғанмын.

2004 йылда Сибай институтының Педагогика факультетына уҡырға индем. Баштан уҡ группаның старостаһы итеп тәғәйенләнеләр. Шулай уҡ факультеттың талиптар ойошмаһының ағзаһы булдым, үҙемдең КВН командам булды.

 

Ғаиләлемен, тормош иптәшем Эльвира менән Ирхан исемле батыр ул һәм Наҙгөл исемле һылыу ҡыҙ үҫтерәбеҙ.

Уҡытыусы булараҡ хеҙмәт юлым
курай лого.jpg

2009 йылда БДУ-ның Сибай институтын тамалап, Асҡар ауылының Таһир Күсемов исемендәге гимназияһында уҡытыу эше башланым. Тәрбиәсе булараҡ эш башлаһам да, 4 класс уҡыусыларына башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып йөрөнөм.

 

2010 йылда башланғыс кластарҙа эш башланым, ике класта башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым.

 

2011-2014 йылдарҙа Әбйәлил районының Тал-Ҡусҡары мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнеләр. Был йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусыһы булараҡ та хеҙмәт иттем.

  Әлеге көндә 10 йыллыҡ педагогик стажым бар. 

Минең эске донъямдың формалашыуына булышлыҡ иткән китаптар
hello_html_m152f8d3e.jpg
Минең ҡаҙаныштарым
i (3).jpg

Яныбай Хамматов "Ҡара яу". Башҡорт халҡының тулы тарихы, еңеүҙәре һәм кисергән ҡайғылары тулы көйөнсә уҡыусының күҙ алдына баҫа. Үткән юлыбыҙға ихтирам тәрбиәләй һәм ғорурлыҡ тойғолары уята.
Ноғман Мусин "Һайлап алған яҙмыш". Һуғыш. Күпме ғазап һәм ҡайғы. Мөхәббәт. Тоғролоҡ һәм сабырлыҡ. Башҡорт егетен үҙ иткән немец ҡыҙы, һуғыш арҡаһында, олоғайған көнөндә яратҡан ирен, ир улдарын юғалтып яңғыҙ ҡала. 
Мостай Кәрим "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ". Ауыл тәрбиәһе. Ололар тәрбиәһе. Кешенең характерын һәм бар киләсәген хәл итер сығанаҡтар.
Ғайнан Хәйри "Боролош". Илдәге барған боролошло ваҡиғалар кешенең эске тормошонда ла эҙһеҙ ҡалмай, бар хыялдарҙы йә селпәрәмә килтерә, йә яңы өмөттәр бирә.
Наил Ғәйетбай "Ҡара ҡумта". Балалыҡ хыялы, үҙ еребеҙҙә барған мажаралы ваҡиғалар, өмөт, табыш, юғалтыуҙар менән һуғарылған әҫәр. Сит планета ҡыҙы менән башҡорт малайының мажаралы тормошо.
Флүр Ғәлимов "Яңы башҡорт". Заман менән тиң атлаусы шәхестәргә арналған әҫәр. Башҡорт бизнесының, бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешенең проблемалары асыҡ сағыла. Автор яңы йүнәлештәге әҫәр булдырған. 

Минең һөнәрем буйынса һәм ижади конкурстарҙа ҡатнышыуыма байҡау:
1). 2011 йыл - Әбйәлил районы йәш уҡытыусылары араһында уҙғарылған "Өмөт-2011" конкурсында ГРАН-ПРИ;

2). 2011 йыл - Әбйәлил районы башҡорт теле уҡытыусылары араһында ФДББС ярашлы БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН АСЫҠ ДӘРЕС конкурсының ЕҢЕҮСЕҺЕ;

3). 2012 йыл - Әбйәлил районы йәш уҡытыусылары фестивалендә асыҡ дәрес күрһәтеп (иң яҡшы 10 дәрес) "Йөрәгемде балаларға бирәм" ("Сердце отдаю детям") номинацияһы ЕҢЕҮСЕҺЕ;

4). 2017 йыл - Район "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсында ЕҢЕҮСЕ.

5) 2019 йыл - Төбәк-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы. Финалға сыҡтым (6-сы урын). В.Сухомлинский исемендәге миҙалға лайыҡ булдым, "Уҡытыусы-оҫта" номинацияһы еңеүсеһе.

6) 2020 йыл - Төбәк-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы ЛАУРЕАТЫ. Башҡортостан Республикаһы МӘҒАРИФ МИНИСТРЫ ПОЧЕТ ГРАМОТАҺЫ бирелде.

Яңылыҡтар
Башҡорт теле көнө
 

Бөгөн, йәғни 8 февраль, Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында «Башҡорт теле көнө» уҙғарылды. Беренсе кластарҙа «Зирәк” конкурсы, 2-3 кластарҙа олимпиада һәм 1-4 кластар араһында шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған конкурста уҡыусылар әүҙем ҡатнаштылар. Тел һөйөүселәр башлыса М.Кәримдең, А.Игебаевтың, Р.Сафиндың әҫәрҙарен һайлағандар. Башланғыс класс уҡыусылары туған тел үҫтереүгә бәләкәй булһа ла үҙ өлөштәрен индерҙеләр.

 

 08 февраль 2020 йыл

3_edited.jpg
Башҡорт теле йылын ҡаршылап
 

Бөгөн район Мәҙәниәт йортонда театр йылын оҙатыу һәм башҡорт теле йылын асыу тантанаһы булып үтте. Алдағы йылдың алдынғы эш алып барыусылары тәбрикләнде.

10 февраль 2020 йыл

444.jpg
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2020" кем булыр?
 

14 февраль көнө Өфө ҡалаһында бар уҡытыусыларҙың төп һөнәри конкурсына әҙерлек буйынса семинар ойошторолдо. Бәйгегә сығыусылар үҙҙәрен борсоған күп һорауҙарға яуап ишетә алдылар.

10 февраль 2020 йыл

wadHJZGTeKk.jpg
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2020"
"Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы уҙҙы
 

Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы булып үтте. 1-6 кластар араһында уҙғарылған бәйгелә уҡыусылар әүҙем ҡатнаштылар. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда күңеллерәк тә, йөкмәткелерәк тә үтте. 

 

19 февраль 2020 йыл

Бөйөк Еңеүгә башҡортса йыр
 

Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған бәйге булып үтте. Конкурста 1-5 класс уҡыусылары хәрби темаға йыр йырлаһа, 6-8 класс уҡыусылары марш менән йырлап үттеләр.

 

21 февраль 2020 йыл

CKaQUtkmYo8.jpg
Әйтер һүҙҙәрегеҙ, теләктәрегеҙ

Сайтығыҙ оҡшаны. Үҙемә кәрәкле материалдар ҙа таптым. Рәхмәт! Уңыштар!

Әлфиә, Баймаҡ

Илгиз Наил улы!

Һеҙгә уңыштар, яңы үрҙәр теләйем!

Сайтығыҙ файҙалы, кәрәкле, матур!

Нәркәс, Өфө

Рухлы, илһөйәр, талантлы кешенең эше күренә. Туҡтап ҡалмағыҙ, сайтығыҙ әүҙем эшләһен, файҙа килтерһен. 

Ләйсән, Өфө

Хәбәрегеҙ ебәрелде! Рәхмәт!

bottom of page