top of page

Балалар баҡсаһында эшләүсәләргә туған телде өйрәтеү өсөн материалдар.

Ата-бабалар энергияһын алмаған бала мең бәхетһеҙ
____________________________
Йәки НИ ӨСӨН башҡорт милләтенән билдәле шәхестәр сығыуы туҡтаны???

Үҙ туған телен "онотҡан" баланың күҙенә бағығыҙ... Нимә күрәһегеҙ? Ни өсөн уның күҙҙәрендә осҡондар янмай? 
Эйе, бәлки бала тик "5"кә генә уҡыйҙыр, өйҙә лә тыңлаулы ғына балалыр

Тик нимәгәлер күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, йәки уйламаған эштәр ҡыла.

Яуап: баланың (үҙ телен белмәгән) рухы баҫылған (һүнә бара). Ә рух - ул йән, эске энергия, кешене йәшәргә өндәүсе ауаз, ҡанды тамырҙар буйлап йөрөргә мәжбүр иткәс көс.

Ә рухи энергия ҡайҙан килә? 1. Ата-бабалар менән бәйләнештән. 2. Тыуған тупраҡтан. 3. Әсә теленән.
Ошо өс бәйләнештең икеһе өҙөлһә, баланың үҫеше туҡтай. 

Сағыштырыу өсөн төрлө милли конкурстарҙа ҡатнашҡан, "Урал батыр" эпосын яттан белгән, ижад иткән, йә булмаһа башҡорт теленән яҡшы уҡыған баланың күҙенә ҡарағыҙ. Барыһы ла аңлашылыр...

Һуңғы йылдарҙа ЕГЭ (БДИ) яҡшы тапшырып, илдең төрлө төбәктәрендә белем ала башҡорт балалары.

Үкенескә күрә, уларҙың исемдәре халыҡ хәтеренә инмәй әле, сөнки русса уҡытыуҙы өҫтөн күрәбеҙ. Балаларҙың рухын һындырабыҙ...

Шул уҡ ваҡытта, төпкөл генә ауылдарҙан сыҡҡан балалар... бөгөн илгә исемдәрен яңғырата... Федераль каналдарҙан да күреп ҡалабыҙ.

hello_html_78294b03.jpg
bottom of page