
Истамғәлин Илгиз Наил улы
Башланғыс кластар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Гүзәл республикам – Башҡортостаным! Олатайҙар биргән мираҫҡа.
Һаҡларбыҙ, яҡларбыҙ даныңды, ғәзиз ер,
Беҙ ниндәй хеҙмәттә булһаҡ та.
Ә.Әсәҙуллина

Бәйләнеш өсөн: 8(906)376-29-46
Эл.почта: ilgiz.iin@yandex.ru
Сөнәғәт
(хикәйә, 2008)
Истамғәлин И.Н.
Туҡталыш
(хикәйә, 2015)
Истамғәлин И.Н.
– Ҡустым, бер һүҙем бар, - тип һүҙ башланы Сөнәғәт. – Донъя хәлен белеп булмай, бер ваҡытта ла онотма, ағай үлеп, еңгә ҡалһа, ҡалдырмағыҙ яттарға.
– Ағай, бер ни аңламаным. Әллә...
Еңгәң йәш, һылыу. Әгәр миңә бер ни була ҡалһа, уны ситкә ебәрмә, рәнйетмә, йәберләүгә юл ҡуйма...
– Ағай, ни тигән һүҙ һуң әле... – Һеләүһен һөйләп бөтә алманы. Ағаһы атына һикереп менде лә, йәйләүҙән сығып китә башлаған ир-егеттәр табан юрттырып китеп тә барҙы. Һеләүһен дә атына атланып, ҡамсыһын һелтәй-һелтәй ағаһын ҡыуа китте.
...
...
Бүр-е-е-е… Аңына бәреп ингән ысынбарлыҡтан ғүмерҙә лә татымаған хәүеф тойғоһо кисерҙе егет. Яурынына аҫып алған һәлмәк юл рюкзагы, ысҡынып, ергә тәгәрәне. Рюкзагы артынан әкрен генә үҙен дә ҡолап барғандай хис итте. Ҡоламаҫ өсөн тәнен ҡатырырға тырышты, юҡ булманы, тубыҡланып төштө. Шул ыңғайҙа тертләгән йыртҡыс, тештәрен ыржайтып, алға ынтылып ҡуйҙы, әммә ниңәлер т уҡтаны.
...
