top of page

Башҡорт телен өйрәнеү буйынса ниндәй ярҙам кәрәк?

Бары беҙҙең менән бәйләнешкә сығырға. Ата-әсәйҙәр менән берлектә мәктәп менән килеп танышырға. 

03 /
Нисек STEAM (ҮҪЕШ) мәктәбенең
уҡыусыһы булырға?

STEAM (ҮҪЕШ) мәктәбе 2019 йылдан башлап Әбйәлил районы Асҡар ауылында эшләй. Төп йүнәлештәре: балаларҙы фәнгә ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса үҫеш дәрестәре ойоштороу, үҙ мәктәптәрендә артта ҡалыу күҙәтелгән осраҡта, репетиторлыҡ ярҙамы күрһәтеү. Әлеге ваҡытта Асҡар ауылы мәктәптәре уҡыусыларын ҡабул итәбеҙ, район мәктәптәренән дә килеп уҡыу мөмкинлеге бар.

01 /
STEAM мәктәбе тураһында...

STEAM (ҮҪЕШ) мәктәбендә:

  • роботтар эшләү (робототехника);

  • баш мейеһенең уң яғы эшмәкәрлеген ҡулланып һүрәт төшөрөү;

  • башҡорт теленән өҫтәлмә дәрестәр;

  • инглиз телендә һөйләшергә өйрәнеү;

  • математиканан репетитор ярҙамы.

02 /
Ниндәй предметтарҙан ярҙам итәсәктәр?
06 /
05 /

Бер дәрестең дауамы - 1 сәғәт. Күпме дәрес алыуҙы уҡыусы үҙе һайлай.

Дәрестәр күпме ваҡыт дауам итә?

Беҙҙең мәктәптә уҡыу ирекле ойошторола.Уҡыусы теләй икән, ҡабатлап уҡый ала. Бер-нисә йүнәлеш буйынса шөғөлләнеү ҙә тыйылмай.

04 /
Ҡабатлап уҡыу мөмкинлеге бармы?
бер-нисә йүнәлеш һайларға буламы?
bottom of page